+13 °С
Болотло
Уның турала күңел түрендә йылы, яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлана, бик яҡшы кеше булды ул. Уйланып йөрөй торғас, уға әйтер һүҙҙәрем күңелгә шиғыр булып теҙелде:
Зәки мырҙа,
Һағыныр һине
Тыуған ауылың,
Ауылдаштар, туғандарың...
Һағыныр һине
Һыҙғырып - йырлап
Көтөү көткән
Тау буйҙарың...
Һағыныр һине көлә-көлә
Ҡуян ҡыуған туғайҙарың...
Һағыныр һине балыҡ тотҡан
Шайтан буйың, Ҡыҙылъярың...
Һағыныр һине
Иген сәскән баҫыуҙарың...
Алпамыштай атлап үткән
Ауылың урамдары...
Тыныс йоҡла, батыр йөрәкле ауылдашым, беҙҙең хәтерҙә һин тик яҡты иҫәтлектә генә һаҡланырһың...
Хөрмәт менән ауылдашың Әхмәт Йыһаншин.