Бөтә яңылыҡтар
10
Хәтер
25 Февраль , 10:19

Бөйөк шәхесебеҙ һәр саҡ иҫтә

Яңы Таймаҫ ауылы китапханаһында Айрат Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үткәрелде.

Бөйөк шәхесебеҙ һәр саҡ иҫтә
Бөйөк шәхесебеҙ һәр саҡ иҫтә

Бөйөк шәхесебеҙ һәр саҡ иҫтә
Быуаттарҙы тоташтырҙы йырҙарым
Үҙем китһәм йырым, моңом ҡалыр
Йөрәк йылым менән төрөлгән.
Бындай һүҙҙәрҙе әйтергә хаҡлы бөйөк шәхес, халҡы өсөн ижади хеҙмәт иткән Айрат Миниәхмәт улы Ҡобағошов. 1 февралдә ауылдашыбыҙ Айрат Ҡобағошовҡа 75 тулған булыр ине, яҡты донъяларҙан бик иртә, көтөлмәҫтән мәңгелек донъяға 2021 йылдың 6 сентябрендә китеп барҙы. Ул тыуған ауылы Таймаҫ зыяратында ерләнде. Кем ул Айрат Ҡобағошов, халыҡ күңелен нисек яулаған, тарихта ниндәй эҙ ҡалдырған? Ошондай һорауҙар йүнәлешендә 6 февралдә Яңы Таймаҫ ауылы китапханаһында китапханасы Абдуллина Зөлфиә Зәки ҡыҙы тырышлығында композитор, фольклорсы, музыка буйынса уҡытыусы, профессор, СССР-ҙың композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үткәрелде.
Айрат Миниәхмәт улының ижады менән таныштырыу уңайынан Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусы Исәғилова Оксана Викторовна, бала саҡ һәм үҫмер йылдары дуҫы Үтәгәнов Ғәзинур, ағаһының тормош иптәше Ҡобағошова Дилара Булат ҡыҙы, Яңы Таймаҫ ауылы мәҙниәт йорто етәксеһе Килмәтова Альбина Зәки ҡыҙы ҡатнашлығында кисә тулы кимәлдә үтте. Зөлфиә Зәки ҡыҙы уҡыусыларҙы композитор Айрат Ҡобағошовтың ижади хеҙмәт йылдары тураһында ентекләп таныштырҙы. Ә мин шәхестең бала һәм үҫмер саҡтары, Айраттың оҫта ҡуллы булыуы, бөтә төр һөнәрҙәрҙе үҙләштереүен әйтеп үттем. Мандолинала, гармунда, ҡурайҙа, баянда уйнауҙары менән бергә бик оҫта рәссам булыуы, ағаһынан күреп ҡустыһы Өлфәт Ҡобағошовтың да рәссам юлын һайлауына йоғонто яһаны. Өлкән дуҫымдың, йоғонтоһо, тырышлығы менән мин дә гармунсы, баянсы һөнәрен үҙләштерҙем. Ғүмер буйы уға рәхмәтлемен.
Сарала уҡыусылар мәктәп гимнына әйләнеп киткән "Уҡытыусыма" йыры менән танышты һәм кисәлә ҡатнашыусылар менән бергәләп ошо йырҙы башҡарҙылар. Шулай уҡ шәхесебеҙҙең тыуған ауылына һөйөүен аңлатҡан "Ауылымда аҡ томан" йыры композиторҙың уҡыусыһы Райман Ишбаев башҡарыуында яҙмаларҙа ишетелде.
Айрат Ҡобағошов башҡорт халҡының традицион музыка ҡоралдарын тергеҙеп, Өфө сәнғәт академияһында кафедра булдыра, башҡорт музыка факультеты асылғас, уның деканы булып 16 йыл студенттар уҡыта. Шул йылдарҙа башҡорт музыка ҡоралдарынан торған ансамблдәр ойошторола. Шуларҙың береһе "Дәрт" исемле, етәксеһе Вилмир Аубакиров. Айрат Ҡобағошовтың шағир Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙған "Уйҙарым" йыры таҫма яҙмаһында яңғыраны. Уҡыусылар думбыра тауышын яратып тыңланылар.
Ауылдашыбыҙ, ағайыбыҙ бик өлгөлө ғаилә башлығы булды. Тормош иптәше Вәрисә Әюп ҡыҙы һөнәре буйынса бухгалтер. Улар Өфө сәнғәт академияһында ҡулға-ҡул тотоноп эшләнеләр. Ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары Нәркәс Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй. Кесе ҡыҙҙары Гөлдәр Өфөлә йәшәй һәм эшләй, ике ул үҫтерә.
Уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре Исмәғилова Оксана Викторовна композиторҙың тормош юлы менән яҡындан танышып, күп мәғлүмәттәр алып ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралыштылар.
Ғәзинур ҮТӘГӘНОВ, Яңы Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас: