+17 °С
Болотло
Винерыбыҙ бигерәк изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итергә ашығып йәшәне. Ул шул тиклем тормош һөйөүсән, изгелекле ине. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә һаман ышана алмайбыҙ. Был барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу булды. Яҡыныбыҙҙың яҡты йөҙө, изге рухы мәңге беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Барлыҡ яҡындары исеменән апаһы Нурия.