...Ҡутарынып ултыра торғас, бына ошо фотоға юлыҡтыҡ - булған икән заманалар, башлыҡ беҙгә үҙе килгән, «Юшатыр» уҡыусыларының һорауҙарына телефон аша (Б. Беляев тура бәйләнеш үткәрә тип, алдан анонс биргәйнек) яуап биргән. Борис Владимирович ерҙән йөрөргә тырышты, таң менән, алдағы башлыҡтың ғәҙәтенә эйәрептер, ҡаланы урап, ҡайҙа, нимә, нисек икәнен ҡарап сығыр ине (әле был йоланы О. Астахов та дауам итә). Башлыҡ үҙе тупһабыҙ аша үтер булғас, әпәләнеп, әҙерләндек, нимә ашатырға, эсерергә? Бәлеш ҡуйҙыҡ, эҫеләй генә, Б. Беляев мин диета ла тиһә лә, түҙмәне, бәлеште ҡабып ҡараны. Былары ярар, кешенең һорауҙарынан ҡасмай, ҡурҡмай (ә бит уны әрләгән кемдер мотлаҡ табыла) яуап бирҙе. Аҙаҡ ҡына эше күңелһеҙерәк бөттө, үҙегеҙ беләһегеҙ, бәлки, башлыҡ аяғы аҫтындағы ерҙе тоймай башлағандыр, кем белә?
Халыҡ менән бәйләнеш – чиновниктың эшенең иң мөһим өлөшөлөр, халыҡ тигәндә лә, янында тәрилкәне нисек тоторға ла белмәй, һәр һүҙен хуплап, маҡтап торғаны түгел (улар, киреһенсә, башлыҡты юлдан яҙҙыра, аяҡтарын ерҙән айыра), ә күҙенә ҡарап, нимә уйлай, шуны әйтә алғаны файҙалыраҡ. (Дошман көлдөрөп, дуҫ илатып әйтер).
Ҡайҙа йырлап-бейейҙәр, шунда ғына түгел, ә ҡайҙа бәлә, шунда булыу мотлаҡ. Башлыҡ беҙгә ҡушылып йырлай тигәненә ҡарағанда, башлыҡ беҙҙең менән бергә илай тигәне мөһимерәк.
Барыһы менән бергә, иң яҡшыһы – ерҙән йөрөгөҙ, күктәрҙә осмағыҙ, соҡор-саҡырлы, батҡаҡлы булһа ла, беҙҙе тыуҙырған һәм ҡасандыр ҡуйынына алыр үҙебеҙҙең ерҙән.
"Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, —
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн".