Бөтә яңылыҡтар
10
Хәтер
27 Март , 10:06

Мәңге ҡалырһың хәтерҙә

Мөһрә Әғзәм ҡыҙының барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Мәңге ҡалырһың хәтерҙә
Мәңге ҡалырһың хәтерҙә

Мөһрә Әғзәм ҡыҙы Әхмәтова (Сабанчина) 1951 йылдың 20 ноябрендә, Күгәрсен районы Ялсы ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында, аҙаҡ Хоҙайбирҙе ауылында уҡығас, 1965-1967 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы Ю.Гагарин исемендәге 2-се һанлы мәктәп-интернатында белем ала. СДПИ-ла физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас ул тыуған районының Исем ауылында эш башлай. Аҙаҡ ул 2-се һанлы интернат-мәктәпкә эшкә күсә. Гимназияла 30 йыл эшләп, уҡыу йортона үҙенең ҙур өлөшөн индерә. 1999-2009 йылдарҙа директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. 2004 йылда “Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы” знагы менән бүләкләнә. Уның улы Рәшит 2003 йылда гимназиябыҙҙы көмөш миҙалға тамамлаһа, ҡыҙы Гөлназ ошо уҡ йылда 9 класс сығарылышы булды. 2010 йылда Мөһрә Әғзәм ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡты. Әлеге көндә беҙҙең уҡыу йортобоҙҙа уның ейәнсәре Зарина Садыҡова 4 класта уҡып йөрөй. Уны һөйөклө өләсәһе үҫтерергә ярҙам итте.
Ошо көндәрҙә, хөрмәтле Мөһрә Әхмәтова, мәңгелеккә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Уның хәтирәләре, гимназиябыҙ өсөн ҡалдырған яҡты эҙҙәре беҙҙең хәтерҙәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Мөһрә Әғзәм ҡыҙының барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусының йәне йәннәттә булһын.
М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ коллективы

Автор:
Читайте нас: