Бөтә яңылыҡтар
10
Хәтер
3 Апрель , 14:24

Ҡыҫҡа булды һинең ғүмерең

Абдул ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әнейебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, яратҡан ҡарт өләсәйебеҙ Гөлйыһан Абдулла ҡыҙы КУСАНОВА, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә ошо көндәрҙә ике йыл тулды.

Ҡыҫҡа булды һинең ғүмерең
Ҡыҫҡа булды һинең ғүмерең

Ғәзиз кешебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, сабыр, олоһона ла, кесеһенә лә ихтибарлы булды. Барыбыҙға ла изге кәңәштәрен биреп йәшәргә дәрт өҫтәп торҙо, һәр саҡ терәк-таяныс ине. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған яҡыныбыҙҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмәбеҙгә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Һөйөклө кешебеҙҙе белеүселәр, ғәзизебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Яҡыныбыҙҙың ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Уға арнап ҡылған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Кеше ғүмере йондоҙ кеүек тиҙәр,
Һүнеп китә миҙгел эсендә.
Һиҙҙермәйсә үтте ғүмерҙәрең,
Күҙ алдынан китмәйһең бер ҙә.
Яңғылышмы был, әллә яҙмышыңмы?
Ҡыҫҡа булды һинең ғүмерең.
Күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡалыр
Йылмайыуың, яҡты ҡарашың.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: