Ялсыҡай ауылында Рәфҡәт Сәғитов абзыйыбыҙ китеп барған.
Донъя шулай ҡоролған - кемдер килә, кемдер китә, әммә ошоға өйрәнеп бөтөп булмай барыбер, кемде оҙатһаң да ныҡ ҡыйын, ә инде Рәфҡәт абзый кеүек, үҙең яҡындан белгән кешене башҡаса бер ҡасан да күрмәҫеңде, уның менән һөйләшмәҫеңде белеүе... Әйтеп аңлатып булмай.
Р. Сәғитов үтә ябай, асыҡ, эскерһеҙ булды, ҡасан осратма, зарланманы (хатта сирләгән мәлендә лә), киреһенсә, һинең күңелеңде күтәрер һүҙ табыр ине. Ғүмере буйы совхозым, ауылым тип йәшәгән, Ялсыҡайына ереккән, ябай ғына ауыл кешеһе, еңгәбеҙ менән ана ниндәй балалар тәрбиәләп үҫтергән...
Һәр саҡ асыҡ, ҡунаҡсыл, ихлас булдың, абзый, Күмертауҙа булғаныңда, редакцияға инеп, хәл белергә лә ваҡыт таптың, ә инде ауылдағы йортоңдоң ҡапҡаһы кешеләр өсөн һәр саҡ асыҡ булды. Ишек алдың да һинең тап-таҙа (шуны күреп иҫ китте - бер сүп ятмай, ҡырып, һеперелеп ҡуйылған) булды, хәс һинең күңелең ише - керһеҙ.
Бәхил бул, абзый, барыһы өсөн рәхмәт. Йәнең ожмах тарафтарына осто...
Луиза еңгә, Юлай, Юлиә, Марат, Рәфҡәт абзыйҙың килендәре, кейәүе, башҡа туғандары, беҙ һеҙҙең ауыр юғалтыу ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.