Ул контракт буйынса, 12 февралдә, Украинаға - һуғыш яланына китте. Оҙаҡ та йөрөмәне ҡәҙерлебеҙ, 6 март көндө, дошман пуляһы уның ғүмерен өҙҙө... Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, туған йәнле, ярҙамсыл яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә һаман ышанып булмай. 37 йәше лә тулмай, яуыз дошмандар ҡулынан яу яланында һәләк булған Маратыбыҙ менән хушлашыу митингы, 24 март көнө, Мәңгелек ут һәйкәле янында булды. Унда бик күп халыҡ килде.
Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға килгән, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарға, күршеләргә, таныштарға, Маратыбыҙҙың класташтарына, төркөмдәштәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, тиҙерәк һуғыш бөтөп, яу яланында йөрөгәндәргә, тыуған илдәренә имен-иҫән ҡайтыуҙарын теләбеҙ.
Бер кемгә лә бындай оло ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, кисергәндәргә сабырлыҡ, именлек, һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Әсәһе, еңгәһе Наталья, мырҙалары Руслан, Әмир, Илдар, туғандары.