Тәбиғәт йәшеллеккә төрөнә башлаған, йылы апрель айында, ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Нурғәли Уйылдан улы МӨХӘМӘТОВ, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, 85 йәшендә, мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашты.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам күрһәткән, ауыр саҡта ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан күршеләребеҙгә, туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Һуғыш балаһы булып, ас-яланғас үҫһә лә, тормошто яратты атайыбыҙ. Йор һүҙле, йыр-моң яратыусы, ипле, тыныс, киң күңелле кеше ине яҡыныбыҙ. 2 йыл урын өҫтөндә ятып торһа ла, бик түҙемле, сабыр булып, рәхмәттәр әйтеп, бәхилләште. Мәрхүмебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһа ине. Ул беҙҙең йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең ҡатыны, балалары, килендәре, кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре.