Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Апрель , 16:44

Шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше ине

Беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яҡын кешебеҙ Рәфҡәт Рафаэль улы Сәғитов арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше ине
Шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше ине

Яҡыныбыҙ шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше булды. Беҙгә, балаларына ла матур тәрбиә биреп, бар эштең рәтен белеп, тырыш булырға өйрәтеп үҫтерҙе. Ярҙамсыл, алсаҡ күңелле, туған йәнле яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә әле һаман күңел ышана алмай, беҙ уны шул тиклем юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға шул тиклем күп кеше йыйылды. Атайыбыҙҙың дуҫтары, класташтары, беҙҙең һәр беребеҙҙең дуҫтар, класташтар, туғандарыбыҙ, ауылдаштар, күрше-тирә, хатта Казахстандан да килеп етеүселәр булды. Ауыр сағыбыҙҙа беҙҙе яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, атайыбыҙҙы матур һүҙҙәр әйтеп, һуңғы юлға оҙатырға йыйылған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Ҡәҙерле атайыбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, күҙ алдында,
Әтей, һинең нурлы йөҙҙәрең.
Юғалтыуҙан күңел илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үтһә лә онотолмаҫ,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең тормош иптәше һәм балалары

Автор:
Читайте нас