Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май , 09:07

Ожмахтарҙа булһын йәндәре

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Рәил Әхмәтлатыф улы БИКМАЕВтың, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бөгөн бер йыл да булды.

Ожмахтарҙа булһын йәндәре
Ожмахтарҙа булһын йәндәре

Яҡыныбыҙ шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше булды. Беҙгә, балаларына матур тәрбиә биреп, бар эштең рәтен белеп, тырыш булырға өйрәтеп үҫтерҙе. Ярҙамсыл, алсаҡ күңелле, туған йәнле, мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булған яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә әле һаман күңел ышана алмай, беҙ уны шул тиклем юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Күпме генә йылдар уҙһа ла ул беҙҙең йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул - мәңге беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ.
Яҡыныбыҙҙың урыны ожмах түрҙәрендә булһын, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, был көндә ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр менән бергә иҫкә алһаҡ ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел булһан,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улы, ҡыҙы, кейәүе һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас