Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май , 11:49

Һәйкәлдәр тереләр өсөн

Бөгөн район үҙәгендә яуҙа башын һалған егеттәр иҫтәлегенә стела асылды.

Һәйкәлдәр тереләр өсөн
Һәйкәлдәр тереләр өсөн

Был һәйкәлде төҙөгән егеттәр эште тиҙ тотто - Еңеү көнөнә өлгөртөрҙәрме икән тигән хафа бар ине, әммә төҙөүселәр, һәйкәлдең әһәмиәтен белеп, уны байрамға эшләп бөттө.
Һүҙ тотҡан район башлығы Юлай Ильясов, үҙе лә һалдаттарса кейенеп килгән, иланы ла ебәрҙе. Ирҙәрсә итеп, тауышһыҙ ғына. 
Һәммәһе Көйөргәҙе районынан 47 егетебеҙҙе ерләгәнбеҙ икән. Был һан, бер үк, артмаһын ине. 
Таипов Илнурға Батырлыҡ ордены бирҙеләр, үҙе, ҡыҙғаныс, ала алманы, йәндәре ожмахҡа ҡарай осто, апаһы Гөлназ сығып алды награданы.
Шулай уҡ награда менән Рөстәм Абдуллин лайыҡ булды, уның өсөн орденды әсәһе Зөлфиә апай алды...
Наградалар бының менән генә бөтмәне, Зәйнәғәбдинова Сәүиә, Муравьева Фәниә, Александрова Марина, Кувайцева Тамара, Санина Любовь ҡулдарына бирелде.  Дини әһелдәр ҙә ҡоро ҡалманы, уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. 
- Стела янында махсус урын ҡалдырҙыҡ, - тине Юлай Талха улы, - тереләр өсөн, яуҙан иҫән ҡайтҡандар өсөн һәйкәл буласаҡ. Тиҙерәк илгә тыныслыҡ ҡына килһен. 

Автор:
Читайте нас