Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Май , 17:09

Беҙҙең йәшлегебеҙ ул

Илшат Нәжмиев, Шәбағыш ауылы:

Беҙҙең йәшлегебеҙ ул
Беҙҙең йәшлегебеҙ ул

Фидан Ғафаров беҙҙе ысынлап яратырға, ихлас күңелле булырға өйрәтте. Үҫмер саҡтан, йәшлек йылдарынан алып, беҙҙең күңелдәрҙә ул тере легенда булып йәшәй. Фидан - беҙҙең йәшлегебеҙ!
Ябай ғына ауылда тыуып-үҫеп, ҙур сәхнәләргә күтәрелгән һәм бөйөк актёр, йырсы булып танылған шәхес ул. Уның геройҙары шаян, шуҡ, йор һүҙле, үткер телле, шул уҡ ваҡытта ғорур, ҡыйыу, киң күңелле, хыялға бай һәм мөхәббәтле...
Был таныш исемде ишетеү менән, күңелдәргә йылы йүгерә, яҡты киләсәккә өмөт уяна, ышаныс арта. Уның сәхнәлә атлап йөрөүҙәре, хатта баҫып ҡына тороуҙары, йөҙөндәге үҙгәрештәр, әйткән һүҙҙәре - беҙҙең иғтибарҙан береһе лә ситтә ҡалмай.
Тылсымлы моң тәҫиренә буйһынып, тамаша залында ултырам. Бына ул үҙе! Күңелдәрҙе йыуатырлыҡ, хистәрҙе уятырлыҡ моң сығанағы Фидан! Концерт барған саҡта, йөрәктән ташып сыҡҡан, күңелгә бик яҡын йыр-моңдарға уралып, ҡабатланмаҫ йәшлегемә әйләнеп ҡайтам.
Уфала үткән студент йылдарым ғүмеремдең иң матур сағы булғандыр. Фидан Ғафаров ҡатнашҡан спектакльдәрҙе ҡарап, шул ҡайнап торған тормошта барыһын да уның менән бергә кисерҙем: шатландым, борсолдом, хыялландым, шашып яраттым, мөхәббәтемә тоғро булырға кәрәклеген аңланым.
Быларҙың барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт Һеҙгә, Фидан ағай!

Автор:
Читайте нас