Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Май , 10:09

Васыяттарың беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр

Бөгөн беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн бик тә ауыр көн – ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, яратҡан тормош иптәшем Фәнис Әбҡәдир улы САТТАРОВтың вафат булыуына бер йыл тулды.

Васыяттарың беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр
Васыяттарың беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр

Был ваҡыт эсендә беҙ уның юҡлығын һәр көн һайын нығыраҡ тойҙоҡ. Уның йылы ҡарашы, аҡыллы кәңәштәре, шаян һүҙҙәре – барыһы ла хәтеребеҙҙә мәңгегә һаҡланасаҡ.
Ул бик яҡшы кеше ине, ғаиләһен яратты, балалары өсөн барыһын да эшләргә әҙер торҙо. Уның менән үткәргән һәр минут – беҙҙең өсөн ҡиммәтле иҫтәлек. Ул беҙҙе тормошҡа өйрәтте, яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәне. Уның васыяттары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
Был ауыр көндә беҙ уның рухына доға ҡылабыҙ. Уның исеме беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
Һинең яҡты йөҙөң беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Мәңгелек хәтер менән, мәрхүмдең ҡатыны, балалары, ейәне.

Автор:
Читайте нас