Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Май , 14:36

Йылы булһын ятҡан ерҙәре

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, һуғыш ветераны Рәшит Ҡотлогилде улы Аҡһаровтың беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 15 йыл, ә һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ғәмбәр Хәмәйән ҡыҙы Аҡһарованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 20 йыл да булды.

Йылы булһын ятҡан ерҙәре
Йылы булһын ятҡан ерҙәре

Яҡындарыбыҙ шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр кеше булдылар. Беҙгә, балаларына матур тәрбиә биреп, бар эштең рәтен белеп, тырыш булырға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Ярҙамсыл, алсаҡ күңелле, туған йәнле, мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булған яҡындарыбыҙҙың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүҙәренә күпме ваҡыт үтһә лә уларҙы һаман юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең урындары ожмах түрҙәрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Ошо көндәрҙә ғәзиздәребеҙҙең рухтарына бағышлап өлкән ағайыбыҙ Закир менән еңгәбеҙ Әминә Аҡһаровтар Ҡөрьән аяты уҡытты, уларға ҙур рәхмәт. Быйыл мәрхүмдәребеҙҙең икеһе лә 100 йәштәрен билдәләгән булырҙар ине. Ҡәҙерлеләребеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухтарын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр менән бергә иҫкә алһаҡ ине. Яҡындарыбыҙ беҙҙең йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, улар - мәңге беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ.
Ҡәҙерлеләребеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Онотмабыҙ һеҙҙе мәңгелеккә,
Рухығыҙ йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһегеҙ һеҙ нурланып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдәрҙең барлыҡ балалары исеменән улы Рәсүл, килене Фәимә.

Автор:
Читайте нас