Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Июнь , 08:34

Яугир әсәһе

Күмертауға барып, Лилиә апа янына инеп сыҡмай буламы ни?

Яугир әсәһе
Яугир әсәһе

Бынан бер нисә йыл элек танышҡайныҡ. Сәбәбе ҡыуаныслы түгел ине, тик шул мәлдән алып айырылған юҡ. Хәҙер инде ғүмерлеккә!
Лилиә апа иленә, халыҡҡа - Ватанға батыр үҫтергән әсәй! Салауат та бит: "Әсәкәйем!" - тип өҙөлөп торған. Ошо һүҙе ҡолаҡта сыңлап ҡына тора! Мин ир балаларҙы ғына түгел, улай тип өҙөлөп өндәшкән ҡыҙ баланы һирәк беләм.

Был юлы Лилиә апанан Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейындағы махсус хәрби операция экспозицияһы өсөн кейеп йөрөгән кейемен һорап алдым. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Салауат батыр Аҡсаров хаҡында һөйләрмен әле. Бына инде ике йыл булып китте уның Мәңгелек ғәскәргә күсеүенә. Уның улы менән ҡыҙы үҫә.

ЯУГИР ӘСӘҺЕ
Алтындыр ул һеҙҙең асылығыҙ,
Алтындыр ул һеҙҙең сабырлыҡ.
Йыуатырлыҡ һүҙҙәр табалманым,
Йөрәктәрҙә һағыш - йөҙ йырлыҡ.

Ул йырҙарҙа - Урал тауышы бар!
Данлау,
Һыҡтау,
Бәйет,
Мөнәжәт.
Ниндәй телдә генә әйтелһә лә,
Аңлашылды миңә ул лөғәт.

Ямғыр булып килеп яуғанда ла,
Йәшнәһә лә булып ул йәшен,
Ул йырҙың мин елен тойоп торам:
Йәшен уйҙы тауҙың киртләсен.

Ул йырҙың мин моңон тойоп торам:
Бик боронғо ғына яҙмала
Әйтелгәйне батыр улан рухы
Йолаларҙа тиеп ярала.

Аһ ул йырҙар!
Оҙон төндәр буйы
Селтәрҙәргә ҡушып үрерлек.
Әүәлдәрҙән килә ҡаһарман йыр,
Бер ишетһәң, ҡот ул ғүмерлек.

...Ил һаҡланһын тиеп бетеү элдем
Уралтауындағы бер сөйгә!
Мәҙхиәләр йырлар вариҫтары
Илгә ул үҫтергән Әсәйгә!
Лариса Абдуллина.

Автор:
Читайте нас