Йәтимһерәп ҡалдыҡ беҙ...
Был тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп күрһә лә бирешмәне ул.
Советтар армияһында пограничник булып хеҙмәт итеүе менән ғорурланды. Таланттарға бай ине. Иҫ киткес итеп һүрәттәр төшөрөргә лә маһир булды. Уның яҙған ҡәләм юлдары каллиграфияһы мең кешегә берәү була инеме икән? Гармунда ла уйнаны. Оҫта ташсы булды төҙөлөш ойошмаларында. Бик ябай, ярҙамсыл ине.
Көйөргәҙе туғайын, күл йыуаһын, Ғәзиз тауын, Өмөтәй шишмәһен, тыуған ауылы Кинйә урамын һуңғы көндәренә тиклем һағынды.
Бәхил бул, Илшат дуҫ. Урының ожмахта булыуын, ә туғандарыңа түҙемлек теләйбеҙ.
Мәрхүмдең дуҫтары: Зиннур, Миңнеғәли, Юлай, Рамаҙан, Нуриман, Роберт, Азат.