Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Июнь , 11:11

Иңдәреңдә булһын фәрештәләр

Эйе, ғүмер итеү – оло бәхет, тик кеше ғүмере бик самалы...

Иңдәреңдә булһын фәрештәләр
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр

Яҡты донъяға берәү ҙә мәңгелеккә килмәй. Мәңгелек менән сағыштырғанда күҙ асып йомған ара ғына.
23 июндә, ҡәҙерле кешебеҙ Әхтәм Әхмәтшәриф улы РАФИКОВтың беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 1 йыл да була. Әҙәм балаһы был донъянан китһә лә, ерҙә, донъялыҡта, уның эшләгән изгелеге, кешеләргә күрһәткән ярҙамы ҡала. Яҡыныбыҙ ҙа изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл һәм ғәҙел кеше ине. Беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Эйе, был тынғыһыҙ тормошта яҡын һәм ҡәҙерле кешеңде юғалтыуҙан да ҡыйын нимә юҡ икән ул. Ауыр юғалтыу...
Ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә. Абзыйыма арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Мәрхүмдең ата-әсәһе, тормош иптәше, балалары, ейәндәре һәм яҡын туғандары.

Автор:
Читайте нас