Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Июль , 11:45

Ожмахтарҙа булһын йәндәрең

Ҡәҙерле улыбыҙ Ғүмәров Фидан Фәнил улының, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан китеүенә 40 көн дә булып китте.

Ожмахтарҙа булһын йәндәрең
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең

Балабыҙҙың урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Бик юҡһынабыҙ, һағынабыҙ үҙен... Мәрхүмебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам иткән яҡын туғандарыбыҙға, бер минутҡа ла ҡалдырмаған күршеләребеҙгә, дуҫтарыбыҙға, Киров хужалығы рәйесе, класташым Дамир Таһир улына, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы, абзыйым Рәшит Рауил улына, үҙебеҙҙең класташтарыбыҙға, барлыҡ килгән ауыл халҡына, күрше ауылдарҙан килгәндәргә, улымдың курсташтарына, Күмертау ҡалаһы ОГУ уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренә, кураторҙары Рәшит Ришат улына, Айҙар Альберт улына, Фидан улыбыҙҙың барлыҡ дуҫтарына, Киров колхозы ашханаһы ашнаҡсыларына (улар 100-ҙән артык кешене хөрмәт итеп ашатып сығарҙылар), Алһыу балалар баҡсаһында эшләгән коллегаларыбыҙға, якын әхирәттәрем менән балаларыма, Хисиков Альфир Фирҙәт улына, мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Владимировна Бачарниковаға, шулай уҡ Әнүр Әкрәм улы Күсәповҡа, Баширов Наил Карамат улы ғаиләһенә, Когалым ҡалаһындағы "КАТКонефть" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә
бөтмәҫ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Улар ауыр ваҡыттарыбыҙҙа хәл белешеп, беҙҙең менән бергә булдылар. Күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә игелек булып әйләнеп ҡайтһын раббым.
Ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Улыбыҙ һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә...
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Мәрхүмдең ата-әсәһе.

Автор:
Читайте нас: