Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Июль , 14:35

Иңдәреңдә булһын фәрештәләр

Ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Ришат Зәки улы САБАНЧИНдың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә 3 йыл тулды.

Иңдәреңдә булһын фәрештәләр
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр

Изге күңелле, асыҡ йөҙлө яҡыныбыҙ бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған яҡыныбыҙҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, ғәзизебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Уға арнап ҡылған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.

Автор:
Читайте нас