Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Июль , 16:37

Һинһеҙ донъя бик күңелһеҙ икән

Барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, ғәзиз улым, тормош иптәшем, абзыйыбыҙ Руслан Ҡотдос улы МИРАСОВтың беҙҙе мәңгегә ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсеүенә бөгөн 40 көн тулды.

Һинһеҙ донъя бик күңелһеҙ икән
Һинһеҙ донъя бик күңелһеҙ икән

Беҙҙең өсөн, беҙ ошо ерҙә тыныс йәшәһен өсөн Махсус хәрби операцияла һәләк булған улымды бик һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе уйламаған бер көн дә юҡ.
Яҡындары өсөн өҙөлөп тороусы, кешелекле, изге күңелле улымды тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһағыҙ икән.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килгән, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, ауылдаштарға, күрше ауылдарҙан килгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, тиҙерәк һуғыш бөтөп, яу яланында йөрөгәндәргә, тыуған илдәренә имен-иҫән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Бер кемгә лә бындай оло ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, кисергәндәргә сабырлыҡ, именлек, һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә.
Ғәзиз улымдың ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Һинһеҙ донъя бик күңелһеҙ икән,
Йәмле көндәрҙең дә йәме юҡ.
Түҙә алмаҫлыҡ минуттар ҙа була,
Түҙә йөрәк, түҙмәй хәле юҡ.
Мәрхүмдең әнейе, ҡатыны, һылыуҙары.

Автор:
Читайте нас