Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Июль , 16:15

Халыҡ өсөн эшләне

Бөгөн минең тормош иптәшем, ҡәҙерле кешем – Рәүил Ғөбәйҙулла улына ла 90 йәш булыр ине.

Халыҡ өсөн эшләне
Халыҡ өсөн эшләне

Ай ғүмер тигәндәре... Шул тиклем дә тиҙ үтәр икән! Беҙҙең ғүмер Рәүил менән бергә үрелеп барҙы. Аллаһы Тәғәләгә ҙур рәхмәтлемен, мине шундай бөйөк шәхес менән бергә яратҡаны өсөн. Бала саҡтан бергә уйнап, бергә дәрестәр ҡарап, 1 кластан бергә уҡып, һуңынан дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелер тип кем уйлаһын инде! Ошо оло мөхәббәт арҡаһында мин тормошта бик бәхетле, ғорур Әсә булып йәшәнем. Яҙмышыма шул тиклем рәхмәтлемен – шулай киң күңелле, аҡыллы, әҙәпле, эшһөйәр, балаларҙы яртаҡан олпат кәүҙәле ир уҙамандың ҡатыны булыуыма. Уның менән ныҡлы ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙек, Рәүил менән бик ауыр ҡайғылар үткәрһәк тә тормошта бөгөлөп ҡалманыҡ, барыһын да үткәрҙек, сөнки беҙҙең йәшәүебеҙҙең маҡсаты, киләсәккә яҡты уйҙар, беҙҙең аралағы булған бөйөк дуҫлыҡ һәм мөхәббәт ныҡлы ине.
Аллаға шөкөр, Рәүил, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәрҙең, бүлә-бүләсәрҙәрҙең күңелдәрендә оло үрнәк һәм яҡты маяҡ булып мәңгелек урын алды.
Рәүил районда абруй ҡаҙанған кеше булды...

Фирҙәүес ХИСМӘТУЛЛИНА, Рәүил Ғөбәйҙулла улының ҡатыны 

Әхәт ҠОТЛОӘХМӘТОВ, Көйөргәҙе районының элекке хакимиәте башлығы, Почетлы гражданины:
- Рәүил Ғөбәйҙулла улы менән мин 8-се класта уҡығанымда таныштым. Иҫке Морапталда Рәүил ағайҙың тормош иптәше Фирҙәүес апаларҙың ата-әсәһендә йәшәп уҡыған сағым ине. Улар ҙа балалары менән мунса инергә йыш килә торғайнылар. Балалары менән бер туғандар кеүек бергә үҫтек.
Рәүил Ғөбәйҙулла улы менән беҙҙең яҙмышыбыҙ артабан да бәйләнде. Ул “Дружба” колхозына рәйес булып килде. Унда һигеҙ йыл эшләне ул. Шул осорҙа әрме хеҙмәтенән ҡайттым һәм ул мине үҙенә эшкә алды.

Материал тулы вариантта гәзиттә иртәгә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас