Киң күңелле, эскерһеҙ, асыҡ йөҙлө кешебеҙ барыһына ла ярҙамсыл, туғандарына оло кәңәшсе, балаларына ныҡлы терәк булды. Матур тормош юлын үтте, хеҙмәтте яратты, ихлас донъя көттө, олоһона ла кесеһенә лә йомарт ҡулын һуҙҙы. Әсәйебеҙҙе иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, яҡыныбыҙҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алһағыҙ, беҙ шат булыр инек.
Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул,
Арабыҙҙан киттең бик иртә.
Күңелдәрҙә тәрән эҙҙәр һалып
Мәңге ҡалдың һин беҙҙең иҫтә.
Әжәлдәрҙән дауа булманы шул,
Йөрәктәрҙә ҡалды үкенес.
Ҡалғандарға Хоҙай һаулыҡ бирһен,
Йәшәр өсөн бирһен көс.
Мәрхүмәнең балалары һәм барлыҡ туғандары.