Шуларға өҫтəп мин дə, уның уҡыусыһы, үҙемдең хис-тойғоларымды яратып уҡыған гəзитем аша еткерергə булдым. Көҙҙөң сағыу матур көнөндə,- Мин уҡыусы, - тип ҡыуанып, Мəктəпкə барҙым мин дə. Баштан һыйпап, йылмайып, Ҡаршы алды мине бер кеше... Ул – минең уҡытыусым Лəлə Вəли ҡыҙы Тимербаева булды. Хөрмəтле Лəлə апа! Һеҙҙең 90 йыл эсендə тəгəрəгəн ғүмер йомғағын һүтһəң, унда күпме тарихи ваҡиғалар ҙа, юғалтыуҙар ҙа, ҡайғы-шатлыҡтар ҙа һыйған бит... Тыл һəм мəғариф ветераны Лəлə апабыҙҙың беренсе уҡыусылары – бала ғына көйө һуғыш осороноң ауыр һулышын, атайҙарын юғалтыу ҡайғыларын үҙҙəренең кескенə йөрəктəре аша үткəргəн, ас-яланғас һуғыш балалары була.- Хəҙер уларҙың бик күптəре арабыҙҙа юҡ инде. Фоторəсемдəргə ҡарап, əле булһа шул балаларҙы, уларҙың итəк тулы бала-саға менəн ҡалған тол əсəлəрен əрнеп илап, иҫемə алам, - тип яйлап һөйлəй башланы.- Йомағолов Хəлил, Аҙеһəмов Зинур, Килмəтов Ханнан абыйҙар менəн бергə ауылда тырым-тырағай йөрөгəн 1935-36-сы һəм 1937-38-се йылда тыуған балаларҙы 1951 йылда 7-се синыфҡа йыйҙыҡ. Бер ғаилəнəн оло һəм кесе туғандары бер класта уҡынылар. Ҡыш көндəрендə быймаларын, баш кейемдəрен бер-береһен көтөп тороп, алмашлап кейеп йөрөгəн балалар ҙа булды. Бер беҙ генə түгел инде, ил өҫтөнə төшкəн ауырлыҡты ил менəн бергə күтəрҙек. 90 йəшемə етеп, хəҙер матур тормошта йəшəгəнебеҙгə Аллаһы Тəғəлəгə шөкөр итəм. Баштан үткəндəрҙе һөйлəһəң – һөйлəп бөтөрөрлөк түгел, балам, - тип ғүмер йомғағын һүтте апабыҙ. Əҙерəк уйланып алғас, үҙ хикəйəһен дауам итə:- Əлеге лə шул атайһыҙ үҫкəн балаларҙың китек күңелдəрен əҙ генə булһа ла күтəрергə тырышып, Яңы йыл байрамына мунса минеген һүтеп, шыршы яһап, елка үткəрҙек. Ҡыш бабай бүлəге итеп берəр ҡəлəм, йə булмаһа дəфтəр тараттыҡ. Ə кластарға кəрəсин лампаһына запасҡа быяла мөрйə бирҙек. Хəҙер көлəһегеҙҙер инде, ə ул ваҡытты иҫкə төшөрһəң иларлыҡ... Хəҙерге тормошта рəхəтлəнеп йəшəргə, тырышып эшлəргə бөтə мөмкинселектəр ҙə бар, хөрриəт бит, Аллаға шөкөр ҡылам. Илдəребеҙ генə тыныс булһын, - тип телəй ИЛҺАМ ны булған Лəлə Вəли ҡыҙының əлеге ваҡытта ҡыуанысы сиктəн ашҡан һəм рəхмəттəре бик күп. Тыл ветераны булараҡ бирелгəн сертификат өсөн ил башлыҡтарына рəхмəт уҡый, һалҡын көндəр башланғансы газ үткəреп, йылыла ултырғанға шатлана ул. Ермолаево комплекслы газ менəн хеҙмəтлəндереү ойошмаһы етəксеһе Ғилмутдинов Руслан Фəрүəз улына, монтажсы Мамаев Ярославҡа, иретеп йəбештереүсе Иванов Викторға, Зəнəғəбдинов Рəфҡəткə, ҡыҫҡа ғына доклад уҡый, ə беҙ бəлəкəй концерт күрһəтəбеҙ. Мəктəп йылдарымды иҫкə алһам, аптырайым. Апа нисек барыһына ла өлгөрҙө икəн? Сөнки минең өсөн генə түгел, ə Тимербай халҡы өсөн дə ул һəр яҡлап юғары кимəлдəге уҡытыусы - үрнəк өлгөһө булып торҙо тип əйтһəм дə артыҡ булмаҫ. Ул шəхси тормошон, донъя мəшəҡəттəрен икенсе урынға ҡуйып, һəр саҡ мəктəп эше, ауыл проблемалары, уҡыусы балалар булған ғаилəлəрҙең мəнфəғəтен ҡайғыртып эшлəргə һəм йəшəргə өйрəнгəн кеше. Ул башҡаса булдыра алмай – намыҫы, йөрəге шулай ҡуша. Элегерəк ауыл ерендə уҡытыусыларҙың абруйы бик ҙур ине. Лəлə апаны ла ауыл халҡы хөрмəт итте, сөнки баланы кеше итеүҙə, уның холоҡ-фиғеленə, психологияһына, хатта донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа элекке уҡытыусыларҙың роле ифрат ҙур булды. Тимербай ауылының хөрмəтле ағинəйе Лəлə апа. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең апа өс быуын балаларын уҡытҡан. Беренсе уҡыусылары – һуғыш балалары, шунан уларҙың балаларына һəм ейəндəренə белем биргəн кеше бит ул. Тормошта һəр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Минең өсөн ул уҡытыусы – Лəлə апам. Мин уны, үҙем хəҙер 70 йəшемде ваҡлаһам да, əле лə ныҡ хөрмəт итəм. Оло рəхмəт тойғоларын һəм бала-саҡ хəтирəлəрен онотмайынса йөрəк түремдə ҡəҙерлəп һаҡлайым. Мин, Батырова Мəҙинə, 1-се синыфҡа барғанда, ауылда газ түгел, электр уты ла юҡ ине. Ҡыҫҡа ҡыш көндəрендə беҙ кəрəсин лампа яҡтыһында уҡыйбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең уҡытыусыбыҙ, уҡыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, төплө белем бирə алды. Ҡул эштəренə лə, аш-һыу əҙерлəргə лə, йорт эшен алып барыу серҙəренə лə өйрəтте. Һəр байрамға, ҡыҙҙар
-3 °С
Ҡар