Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Август , 11:19

Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын

Ҡәҙерле, яратҡан, хәстәрлекле әсәйебеҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ Миңлегөл Тимерғәли ҡыҙы ИБРАҺИМОВА беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә 5 йыл булды.

Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын
Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын

Изге күңелле, асыҡ йөҙлө яҡыныбыҙ бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған әсәйебеҙҙе, апайыбыҙҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нур булып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең балалары, һылыуҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары исеменән һылыуы Рәшиҙә, Ғәшүрә, абзыһы Нурғәли.

Автор:
Читайте нас