Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Август , 08:16

Атлап түгел, ә осоп йөрөнө

Бөгөн, ауылдашым, уҙаманым Альберт Рауил улы МӘҠСҮТОВтың яҡты донъяларҙан, әхирәткә күскән көнө.

Атлап түгел, ә осоп йөрөнө
Атлап түгел, ә осоп йөрөнө

Уҙаманым Яҡшымбәт ауылында тыуып, үҫеп, донъя ҡороп, тормош иптәше менән ике балаға ғүмер биреп үҫтерҙеләр. Ул профессиональ водитель булып эшләне. Оҙон юлдарға, йыраҡ араларға йөрөнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дуҫым һуңғы һулышын да руль артында алды. Ул, фажиғәле рәүештә, автоһәләкәттә вафат булды.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә етәкселәр, эшселәр, коллегалары менән уртаҡ тел табып, ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә, сәғәтенә тиклем эш өҫтөндә булды. Ул балаларына хәстәрлекле атай, ата-әсәһенә, туғандарына терәк һәм таяныс ине. Мәрхүмебеҙ бер ваҡытта ла тынғы белмәне, атлап түгел, ә осоп йөрөнө. Ҡайҙалыр ашҡынды, талпынып йәшәне. Бөтә изгелектәрҙе эшләргә тырышты.
Уҙаманым Альбертты белеүселәр, уны тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын.
Рәүеф АБДУЛЛИН

Автор:
Читайте нас