Яҡыныбыҙ бик изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр!
Бик ашығып киттең арабыҙҙан,
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта.
Күңелдәрең һинең изге ине,
Урындарың булһын ожмахта!
Һөйөклөбеҙ - минең берҙән-берем,
Китеп барҙы беҙҙән мәңгегә.
Ошо ҡайғыларҙы күтәрергә,
Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...
Ауыр тупрағы еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Мәрхүмдең тормош иптәше Фирүзә.