Яҡыныбыҙ шул тиклем уңған, тырыш, эшһөйәр, изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды.
Күпме генә йылдар уҙһа ла, беҙҙең йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул - мәңге беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ.
Яҡыныбыҙға арнап уҡыған доғаларыбыҙ барып етһен, урыны ожмах түрендә булһын, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, был көндө ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр менән бергә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Онотмайбыҙ һине мәңелеккә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең әсәһе, тормош иптәше, апаһы, мырҙаһы, килене һәм туғандары.