Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Август , 15:04

Аят уҡытыу мөһим

Ҡәҙерле атайыбыҙ, Байбулатов Баязит Фәтхлислам улының һәм һөйөклө әсәйебеҙ, Байбулатова Әлмирә Камил ҡыҙының изге рухтарына бағышлап, тыуған ауылыбыҙ Яманһарының күркәм мәсетендә ҡорбан салып, аят уҡыттыҡ!

Аят уҡытыу мөһим
Аят уҡытыу мөһим

Алла бирһә, уҡытҡан аяттарыбыҙ уларҙың рухтарын ҡыуандырып, ҡараңғы гүрҙәрен яҡтыртһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Йылдар уҙып, ваҡыт үтһә лә ҡәҙерлеләребеҙ һәр ваҡыт күҙ алдында, юҡһыныу тойғолары һис тә күңелдән китмәй, йөрәктәрҙе һаман әсе һағыш өтә. Күк йөҙөндәге иң сағыу, яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып балҡыйһығыҙ һеҙ, әсәйем һәм атайым беҙҙең өсөн, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең янда! Һөйөклө әсәйем һәм атайым, йәнегеҙ йәннәттә булһын!
Аятҡа килгән туғандарыбыҙға, күрше тирәләргә, инәй-бабайҙарға, бигерәк тә хөрмәтле Ришат хәҙрәткә, уның тормош иптәше Миңлегөл еңгәгә һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған Менәүәрә, Гүзәлиә еңгәләребеҙгә, ут күршебеҙ Рабиға инәйгә, ҡорбан салған Рәйес һәм Рәсүл ағайҙарыбыҙға рәхмәттәребеҙҙе белдәрәбеҙ! Ауылдаштарыма иҫәнлектә, һаулыҡта, Алла бирһә, донья рәхәтен күреп йәшәүҙәрегеҙҙе теләйбеҙ! Сабырлыҡ, түҙемлек менән донъя ауырлыҡтарын үткәреп, бер- беребеҙгә терәк, таяныс булып йәшәйек!
Венера БАЙБУЛАТОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Автор:
Читайте нас