Илебеҙ тыныслығы хаҡына үҙ ғүмерҙәрен аямай һәләк булған, әлеге мәлдә Ватаныбыҙҙы һаҡлаған яҡташтарыбыҙҙы онотмайыҡ, беҙ бит уларға сикһеҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. "Батырҙарыбыҙ мәңге беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланыр", - тип күп тапҡырҙар әйтеп яугирҙарыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Беҙҙең генә хәтерҙә түгел, ә киләсәктә тыуған балалар ҙа улар тураһында белһен ине. Илебеҙ тарихы биттәренә уларҙың исемдәре яҙылып, тыуған районы, ауылы халҡы хәтерендә лә мәңге һаҡланһын.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, махсус хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы, тәүәккәллеге һәм ҡаһарманлығы өсөн Таймаҫ ауылы яугиры Андрей Ишмөхәмәтов үлгәндән һуң Суворов миҙалы менән наградаланды.
Әйткәндәй, Суворов миҙалы менән хәрбиҙәр тыуған илен һәм уның мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа, хәрби хеҙмәттә һәм хәрби дежурҙа, уҡыуҙа һәм хәрби әҙерлек барышында, Рәсәй Федерацияһының сиктәрен һаҡлауҙа шәхси батырлыҡ һәм ҡыйылыу күрһәткән, шулай уҡ хәрби әҙерлек һәм ялан күнекмәләрендәге юғары күрһәткестәре өсөн бүләкләнә. Был Рәсәйҙең иң юғары наградаһы һанала.