Ысынлап та, был 1971 йылда Яҡуп ауылы йәйләүендә төшөрөлгән фото. Ул ваҡытта һауынсылар йәйләүҙә ҡуна ятып эшләнеләр. Танығандарымдың күптәре инде баҡыйлыҡҡа күскәндәр: Әлибаева Фәриә, Кинйәкәева Сәрүәр, Сиразетдинова Сәмәрә, Искәндәрова Нурия, Ибраһимова Фатима, Яҡупов Яҡуп, Казбаев Хәйретдин. Шулай уҡ әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәүсе 1942 йылғы Шәһиҙә Сәхипгәрәй ҡыҙы Елинкина, Маяҡта йәшәүсе 1943 йылғы Тәүзифа Сәйфи ҡыҙы Ниғмәтуллина һәм Яҡупта йәшәүсе 1942 йылғы Насиха Мөхәмәтғәли ҡыҙы Кинйәкәева ла бар (ҡыҙ фамилялары менән әйтелде).
Фотоның аҙ ғына сифаты насарыраҡ булғанға, ҡалғандарын таный алманым. Был иҫке фотола беҙҙең ауылыбыҙ тарихы сағыла, уға ҡарап үткәндәргә ҡайтҡандай булдым. Бар ине бит гөрләтеп эшләп йөрөгән саҡтар. Әлеге ваҡытта йәйләүҙе, дөрөҫөрәге, "Шишмә башын" бер фермерға бирҙеләр.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы