

Ҡәҙерлебеҙҙең беҙҙең араларҙан китеүе беҙҙең өсөн оло юғалтыу булды, мәңгелек ҙур ҡайғы, әлегә тиклем юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел...
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, ҡото ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ, кешеләргә гел изгелек һәм яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Һәр саҡ тормошто яратып, әүҙем йәшәне, изгелекле, ихлас булды, бөтөн кешеләрҙе, барлыҡ туғандарҙы ла хөрмәт итте.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәттең түрендә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Мәрхүмдең ҡатыны Зилә, ҡыҙҙары Дәүилә, Айгөл, Гөлсинә, кейәүҙәре Зәкирйән, Рәмил һәм ейән-ейәнсәрҙәре.