Хәтер
28 Августа 2025, 11:51

Ауыр саҡта күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә игелектәр булып әйләнеп ҡайтһын

Ошо көндәрҙә илһөйәр, телһөйәр, эшсән, талапсан, бар ерҙә лә тәртип, таҙалыҡ яратҡан, бик күп йылдар автобуста ауылдаштарын бер һүҙһеҙ ҡайҙа кәрәк шунда алып йөрөгән, ғаиләһендә тоғро тормош иптәше, үрнәк атай, хәстәрлекле олотай булған Әҡсән Миниәхмәт улы Хәйбуллин 59 йәшендә генә барыбыҙҙы ла ауыр ҡайғыларға һалып уйламағанда арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Ауыр саҡта күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә игелектәр булып әйләнеп ҡайтһынАуыр саҡта күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә игелектәр булып әйләнеп ҡайтһын
Ауыр саҡта күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә игелектәр булып әйләнеп ҡайтһын

Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға бихисап халыҡ йыйылды. Яҡшымбәт, Ҡотлоюл ауылы халҡы, бергә эшләгән коллегалары, дуҫ-туғандар, күрше-тирә, класташтары барыһы бергә йыйылып ҡәҙерләп, еренә еткереп һуңғы юлға оҙаттыҡ яҡыныбыҙҙы.
Ауыр саҡта яныбыҙҙа булған, һәр яҡлап ярҙам иткән, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа оло ярҙам күрһәткән "Искра" ауыл хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға һәм уның ярҙамсылары Ришат Аҙнабаевҡа, Зариф Манғотовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. "Искра" хужалығы бер һүҙһеҙ үҙҙәренең ашханаһын бирҙе, унда эшләгән ашнаҡсы ҡыҙҙар Лилиә Сәйфутдиноваға, Һөйөнова Руфияға, Шәһәҙиева Флүзәгә ҙур рәхмәт, улар йүгереп йөрөп йыйылған халыҡты ҡараны, ашатты. Шулай итеп ашханала яҡыныбыҙҙың өсөн, етеһен уҡытып, үткәреп ебәрҙек.
Ауыр саҡта беҙгә күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә игелектәр булып әйләнеп ҡайтһын. Бәлә-ҡазалар, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен, тыныс тормошта, иҫән-һау йәшәргә яҙһын барыбыҙғала.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, туғандары исеменән мырҙаһы Надир Хәйбуллин.

Автор:
Читайте нас