Әтейебеҙ беҙҙең хәтерҙә алсаҡ, тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙе ихлас ихтирам иткән кеше булып ҡалды.
Беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә, әтейебеҙ күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Әтейебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә булһын.
Яҡындар китә, беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел - мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Их, күрешеп, бер һөйләшергә.
Мәрхүмдең улдары Марат, Рафиҡ, ҡыҙҙары Рәхилә, Рәмилә, Райхана һәм уларҙың ғаиләләре.