

Гөлшат Фәсхетдин ҡыҙы тормош иптәше Радик мәхрүм булғас (моряк, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткәндә көслө радиация ала), уның әсәһен ҡарарға, Яҡут ауылына ҡайта. Радик Әнүәр улы әсәһе Минегөлдөң берҙән-бер терәге була, шуға ла ҡатынына: “Әсәйемде ташлама”, - тип әйтеп ҡалдыра. Гөлшат ханым ҡәйнәһен ел-ямғыр тигеҙмәй, матур итеп 25 йыл ҡарай. Ҡәйнәһенә ныҡ өйрәнә, хөрмәт итә уны. Ҡыҙғанысҡа, ошо көндәрҙә, Минегөл апай киленен, ейәнсәрен ауыр ҡайғыларға һалып яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бына уның вафатына бер ай ҙа булып килә. Шул ҡәҙәрем ауыр кисерә был юғалтыуҙы Гөлшат апай. Уның һәр бер хәтирәләрен баштан аҙҙаҡҡа тиклем хәтирәләр итеп һөйләй ул.
- 10 йәшендә генә йәтим ҡалған ҡәйнәм ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән, эшләгән дә эшләгән. Һуғыш балалары тылда ирҙәрҙән кәм эшләмәгән. Ул да һуғыштың ауырлығын тылда күп күргән. Хәҙер бик аҙ ғына ҡалды бит инде "Һуғыш балалары", ә ниндәй сабыр, көслө булғандар. Бер ниндәй льготалар ҙа булмаған уларға, юбилей йылдарында ла бүләк эләкмәгән, улар иҫтәлегенә таҡтаташ та асылмаған... Ул бахыр йәтим ҡатындарға ирҙәргә эләккән бүләктәр ҙә тәтемәгән. Беҙ ошо көслө ҡатындарҙың йәшәйешенең бөйөлклөгөн аңлап та етмәйбеҙҙер, бәләкәй генә пенсияға нигеҙ күтәреп, йорттар һалып, мал тотоп, һирәк-һаяҡ колхоздан килгән бүләккә ҡәнәғәт булып йәшәй белде улар.
Ололар көнөн көтөп ала ине ул, бик матур байрам, - тип әйтер ине.
Ҡәҙерле әсәкәйем матур кейемдәрен кейеп, тәҙрә янына килеп ултырып, төрлө уйҙарға бирелер ине. “Улым ғына күрә алманы ошо көндәрҙе, Аллаһ Тәғәләм, бер бөртөк кенә улымды ла тартып алып куйҙы”, - тип өҙгөләнер ине.
Тыныс ят, әсәкәйем! Гүрҙәрең яҡты булһын! Һинең кеүек изге күңелле кеше менән осраштырғаны өсөн Аллаһ Тәғәләмә рәхмәт әйтәм! – ти килене Гөлшат ҡәйнәһен иҫләп.
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА, Яҡут ауылы