Хәтер
28 Сентябрь 2025, 07:09

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Бөгөн беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, балаларыбыҙҙың хәстәрлекле олатайы - Әҡсән Миниәхмәт улы Хәйбуллиндың беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, ҡапыл ғына арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн дә тулды.

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡЙылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерлебеҙ олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы, булды. Киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине яҡыныбыҙ. Ул шул тиклем тырыш, хеҙмәтһөйөүсән булды, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек урынлаштырып йөрөнө ул. Һәр саҡ балаларым, ғаиләм тип өҙөлөп торҙо, беҙҙең өсөн тырышып йәшәне. Оҙаҡ йылдар колхоз автобусында ауылдаштарын йөрөттө, ул автобус эсендә бер генә бөртөк сүп тә табып булмаҫ ине.
Туған йәнле, асыҡ күңелле, алсаҡ йөҙлө яҡыныбыҙҙы белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең яҡыныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре

Автор:
Читайте нас