

Запорожье өлкәһендәге яугирҙәр менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Күмертау ҡалаһы эргәһендәге Бахмут ауылы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Сираттағы танышым сығышы менән ошо ауылдан. Позывнойы – “Грач”. Үҙе әйткәнсә, Ҡара ҡарға тиергә лә була. Ул 2022 йылда мобилизация ваҡытында бында килгән. Өйләнгән. Өс бала атаһы. Шунда уҡ көлдөрөп тә алды, “Әлегә генә өс бала, әммә бының менән генә сикләнергә уйлаған юҡ!” Амин, шулай булһын!
“Грач” менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
“Атайым аждаһаларға ҡаршы алыша!”
– Яҡынданыраҡ танышайыҡ, яҡташ. Ҡайҙа уҡының, ниндәй һөнәр эйәһе һин?
– Шул баяғы Бахмутта мәктәп тамамланым. Түбәнге Новгородта инженер-команда училищеһын алтын миҙалға тамамланым. ВДВ-ла хеҙмәт иттем.
– Тимәк, һин – профессиональ хәрби. Ошо үткән йыл ярым ваҡыт эсендә үҙең өсөн ниндәй һығымталар яһаның? Үҙгәрештәр тойоламы?
– Әлбиттә. Һөнәри яҡтан яугирҙәр ҙә үҫте, тип уйлайым. Хәрби рух нығынды, ул яҡлап проблема юҡ. Иң мөһиме – отпуск мәсьәләләре хәл ителде. Тәүге мәлдә ауырыраҡ ине. Хәҙер яугирҙәр тәғәйен ваҡыт үтеү менән ялға ҡайтып килә. Эштең көйләнеүе бындағы эшкә лә ыңғай йоғонто яһай.
– Өйҙәгеләрҙең мөнәсәбәте нисек булды?
– Хәҙер улар ҙа тыныслана төштө. Алда әйткәнемсә, башта көндәлек хеҙмәт, әҙерлек бара, ял хаҡында әллә ни уйларға ла ваҡыт юҡ ине. Өйҙәгеләргә эш хаҡы килеп тора, аҡсаны ваҡытында түләйҙәр. Дөйөм эмоциональ арығанлыҡ бар, әммә ул хәҙер улай уҡ киҫкен түгел. Күпселек ир-егеттәр әрмелә булған йәки ҡораллы низағтарҙа ҡатнашҡан, вахталарҙа йөрөгәндәр ҙә байтаҡ, шуға күрә күптәр өсөн был үҙенә күрә алыҫтағы хеҙмәт кеүек.
– Балалар нисек?
– Минекеләр бәләкәй. Улыма – һигеҙ, өлкән ҡыҙыма – ете, кесеһенә дүрт йәш тула. Бала ғына булһалар ҙа, барыһын да аңлап торалар. Улым шунда уҡ эштең нимәлә икәнен аңланы, уртансыбыҙ хис-тойғоларын үҙендә йөрөтә, ә бына кесе ҡыҙым былай ти: “Атайым аждаһаларға ҡаршы алыша!”
– Мәҡәлә өсөн шәп заголовок! Һағынаһыңдыр?
– Юҡ, барыһы ла үҙ яйы менән. Ҡатыныма барыһы ла аңлатылған, шуға күрә балаларҙың да, беҙҙең үҙебеҙҙең дә кәйеф уның күңел торошонан тора. Быға Ватан алдындағы ҙур эш, хеҙмәт тип ҡарарға кәрәк. Мобилизицияның тәүге көндәрендә бер ни тиклем хәүеф булды, сөнки ҡатыным эшләмәй ине, декретта булды. Ғаиләне ҡараусы, ашатыусы берҙән-бер кеше яуға юлланғас, хәүефләнмәй ҙә булмай. Аҙаҡ инде эш хаҡы килә башлағас, күңелгә тыныс булып ҡалды. Мобилизация булғас, мин Ватан өсөн ҙур һуғыш, ир-егет бурысын үтәй, шуға күрә ҙур аҡса түләрҙәр тип өмөт тә итмәнем. Берәй 30 мең һум килеп торһа, насар булмаҫ ине, тип уйланым. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтә тапҡан нәмә һуғышҡа, яугирҙәргә ебәрелеп торор, тип булған аҡсаны ҡатыныма бирҙем дә МХО-ға юлландым. Әлбиттә, ул аҡсаны кире ҡайтарманы, ҡайтара буламы һуң инде... (йылмая. – Шуға иғтибар иттем, бында яугирҙәр араһында ана шундай нескә юмор көслө).
– Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шулай ул: никах уҡытып, бала тапҡан ирҙәр ғүмер буйы беҙгә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ...
– Яугирҙәр үҙ көнөн үҙе күрер, тигән уй ҙа баштан үтте. Ҡатыныма килгәндә, маҡтап ултыра тимәгеҙ, ысынлап та, ул барыһын да дөрөҫ аңлап, тәүге көндән үк терәк булды. Улар Түбәнге Новгородта йәшәй. Үҙем Бахмутта атай-әсәйемдәрҙә пропискала торһам да, йәшәүебеҙ ситтә. Мобилизация башланғас, тәүҙә мине алмаҫтар, тип уйланым.
Төҙөлөш менән шөғөлләнәм. Ял көнөндә егеттәр объектта нимә эшләй икәнен ҡарап киләйем әле, тип эшкә киттем. Шул арала әсәйем шылтыратҡан. Ул юҡҡа ғына сыҡмай бәйләнешкә. Шылтыратһа ла, ҡатыным аша әйтә һүҙен. Был юлы – туп-тура үҙемә, тимәк, юҡҡа түгел. Дүшәмбе көн военкоматҡа барырға кәрәк, сөнки шишәмбе юлға сығырға икән.
Ҡатыным, балалар был ваҡытта ял итергә киткәйне. Уларға хәбәр итеп, кире боролдороп, йәкшәмбелә төштән һуң сәғәт 4-тә Башҡортостанға юлландыҡ. Дүшәмбе сәғәт 2-лә мин военкоматта инем инде. Шишәмбе – МХО-ға.
– Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙәрҙең күпселеге бер урында тупланыуы, һинеңсә, уңайлымы?
– Бының ыңғай яҡтары бар. Беренсенән, гуманитар ылау бер төбәктән бер урынға килә. Икенсенән, бындағы командование республика етәкселеге менән бәйләнештә тора һәм ярҙам яугирҙәргә тәғәйен ебәрелә. Логистика яйланған. Бер яҡтан булғас, бында яҡташлыҡ та, ярҙам да бар, бер-береңде беләһең, уртаҡ таныштар күп.
Шунан тағы ла бер яғы – яуаплылыҡ. Кешеләр бер-береһенме, таныштарынмы, райондаштарынмы белгәс, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыша. Тәртип боҙорға ла уңайһыҙлана. Төрлө хәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, кемдер хәрби дисциплинаны боҙоп маташа икән, яҡташтары килә лә кәрәкле һүҙҙәр әйтә: “Һин бит беҙҙең менән бер ҡаланан. Ни ҡыланаһың? Беҙ яҡындарыңа был хаҡта тиҙ арала хәбәр итә алабыҙ!” Ошо бер һөйләм яугиргә бик тәьҫир итә.
Башҡортостандан мин 17 йәшемдә сығып киттем, шуға күрә, мәҫәлән, аралашыу даирәм бик киң. Түбәнге Новгородта заказ буйынса каминдар ҡуя инек, был – бик ҡиммәтле эш. Һәр кем 800 меңгә өйөнә мейес ала алмай. Башҡортостанда халыҡ икенсе төрлөрәк. Унда бер-береңә ҡарата талаптар бар, социаль аралашыу тығыҙ. Йәмғиәттең үҙ адвокаттары, прокурорҙары бар хатта. Нимә ярай йә ярамай икәнде бәреп әйтеүҙәре ихтимал. Түбәнге Новгородта, тыуған яғымдағы һымаҡ күреп, кешеләр, күршеләр менән һөйләшергә, иҫәнләшергә тырышып ҡараным, әммә улар аралашмай. Шәхси йортта йәшәгәндә бер күршем менән генә иҫәнләшеп йөрөнөк. Фатирға күскәс, унда һаулыҡ һорашһаң да, ишекте бөтөнләй ябып ҡуялар.
– Бында тәртип боҙғандар бармы?
– Уларҙы һөйләргә яраймы икән инде? Белмәйем хатта. Ундай хәлдәр һәр ерҙә була инде. Беҙҙә берәү, районын әйтеп тормайым инде, ялға тип ҡайтып киткәйне, килмәне лә ҡуйҙы. Документтарын алмаштырып бөткән, хәрби комиссар ҙа ярҙам итмәне.
Күпселек яугирҙәр бынамын тигән, әммә арала бына шундайҙар ҙа бар, дөйөм эшкә зыян килтереүҙәре лә ихтимал. Урындағы ҡайһы бер власть етәкселәре уларҙың ҡырын эштәрен ҡаплай. Беҙ, райондарға шылтыратып, хәрби эште дауам итергә тырышабыҙ, әммә һәр урында ярҙам итергә торалар, тип әйтмәҫ инем.
– Ышаныслы яугирҙәрҙең берәйһе хаҡында һөйләһәгеҙ ине...
– Бер шундай үҙенсәлекле холоҡло егет бар. Килгәндә бөтөнләй идара итерлек кеше түгел ине, үҙенекен һөйләй, тәртип боҙорға ла, ҡулына ҡорал алып әллә нимәләр ҡыланырға ла аптыраманы. Хатта уны тынысландырыр өсөн физик көс ҡулланырға тура килгән саҡтар ҙа булды.
Бында яуға әҙерлек бара, яу ҡыры, шуға фильмдарҙағы һымаҡ, барыһы ла бойороҡ, план буйынса икән тип уйлау бер аҙ дөрөҫ булмаҫ ине. Әммә шул яугир тиҙ арала бындағы хәл-торошҡа төшөндө, ил өсөн нимә кәрәк икәнен аңланы. Спорт менән шөғөлләнә башланы, башҡаларҙы артынан эйәртте, бүлексә командиры булып китте. Бер кем дә бында нимә булырын алдан белеп килмәне, шуға күрә яугирҙең күҙгә күренеп үҙгәреүе – башҡаларға өлгө.
– Махсус хәрби операция һеҙҙең өсөн нимә?
– Кеше өсөн һынау, сәйәхәт ул. Ошо изге маҡсатлы юлды кемдең нисек үтеүе үҙенән тора. Аңлашыла, командирҙар, замполиттар һәр яугиргә йүнәлеш бирә, бында нисек хеҙмәт итергә өйрәтә, ләкин үҙенә иң тәрән йоғонто яһаған кеше – ул үҙе. Аңлы рәүештә хәл-торошто тойоп, рухи яҡтан үҫкәндәр күп. Кемдер ниндәй булып килгән, шул килеш ҡалған – ундай осраҡтар ҙа юҡ түгел.
– Һуғыштың тәрбиәүи әһәмиәте лә барҙыр?
– Киҫкен һәр ваҡиға кешеләрҙең йөҙөн аса, тәрбиәләй. Мәҫәлән, минең ҡатынымдың да был һуғышҡа үҙ ҡарашы бар. Улар, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙ-ара аралашҡанда шундай фекергә килгән: ир-ат ваҡланған, үҙенең Ер йөҙөндәге төп миссияһын атҡарыуҙан туҡтаған осраҡтар йышайған, ир менән ҡатындың ғаиләлә урындары алмашынған. Улай булырға тейеш түгел. Ир кеше балаларын да ҡарарға тейеш, ғаиләһен бағыу бурысы ла – унда. Ир-атты үҙ урынына ҡайтарырға, уның рухын күтәрергә кәрәк.
Бөгөн күп ғаиләләрҙә ҡатын кеше – хужа. Был тәбиғәткә ҡаршы барыу бит. Ер йөҙөндә ҡатын кешенең үҙ маҡсаты, ир кешенеке – үҙ ниәте. Ир-егеттең рухи көсө, үҙаллылығы ҡайтырға тейеш!
– Тимәк, бында килгәс, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәтегеҙ үҙгәрҙе?
– Әлбиттә! Мөнәсәбәт түгел, ҡатын-ҡыҙҙы, атап әйткәндә, ҡатыныңды тойоу хисе үҙгәрҙе. Әгәр элек уға минең әйберҙәрем, кәрәк-ярағым ҡайҙа ятҡанын белгән кеше, тип ҡараһам, хәҙер мин уның йортто һаҡлаған, ғаилә усағына даими рәүештә утын өҫтәп торған зат икәнен тәрән тоям. Мин бында, ә ул тегендә балаларҙы ҡарай, уларҙы тәрбиәләү, ғаилә ҡаҙнаһын дөрөҫ алып барыу менән шөғөлләнә, ул шунда уҡ үҙенә, балаларға ҡағылышлы кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итә. Әгәр элегерәк ул теге йәки был әйбергә аҡса һораһа, хәҙер барлыҡ сығымдарға үҙе идара итә. Мин уға донъяны, балаларҙы ышанып ҡалдырҙым, ул – төп терәгем, таянысым. Өйөндә тыныс, ышаныслы тыл булмаһа, яугиргә лә бында еңел түгел.
– Ауыр хәлдәге егеттәр ҙә барҙыр?
– Бар. Махсус хәрби операция биләмәһенә эләккәндәр араһында айырылыу осраҡтары ла юҡ түгел. Ҡайһы берәүҙәр яйлап ошо хәлгә килеп терәлгән, ә кемдәргәлер һуғыш үҙенә күрә катализатор ролен үтәй. Ҡатын-ҡыҙҙан да күп нәмә тора бит. Бер ни ҙә юҡтан ғына килеп сыҡмай.
– Ер-әсә, Тыуған ил-Әсә, әсәй, ҡатын, ҡыҙ бала тигән төшөнсәләр тураһында һөйләшергә мөмкинме? 8 Март мәлендә күрәшәбеҙ бит.
– Тыуған ил-Әсә менән минең мөхәббәтем протокол буйынса төҙөлгән – 2005 йылда хәрби ант бирҙем. Әсәй менән иһә беҙҙең мөнәсәбәттәр һәр саҡ йылы һәм яҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, календарҙа байрамдарҙы айырып ҡарамайым. Иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ түгел кеше булараҡ, минең өсөн ул байрамдар әллә ни әһәмиәткә эйә түгел. 8 Мартта ғына әсәйемә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеп, башҡа көндәрҙә хәлен дә белешмәй йөрөргәме? Әсәйемә ҡарата һәр саҡ яҡты тойғолар йөрөтәм. Был махсус хәрби операцияға китеү менән ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе, тип әйтә алмайым. Мин Ҡыҙыл диңгеҙҙә яхтала йөҙөп йөрөһәм дә, һуғышта булһам да – ҡайҙа булыуыма ҡарамаҫтан, яҡын кешеләргә мөнәсәбәт үҙгәрмәй.
– Тимәк, һеҙҙеңсә, мөхәббәт бар?
– Мөхәббәт – ул һүҙ. Ә ул һүҙҙең атамаһы бар. Көнбайыштағы “партнерҙарыбыҙ” был һүҙгә ана ниндәй бик ҙур мәғәнә һала, шуға күрә был һүҙ менән бик иғтибарлы булырға кәрәк. Кемдер был һүҙҙе хис менән бәйләй, ә тойғолар үҙгәреүсән була. Минең өсөн мөхәббәт – ул күңел халәте. Мөхәббәт – ул ихтирам, кешене ҡабул итеү һәләте. Тыуған илгә, атай-әсәйгә, ҡатыныңа булған тәрән тойғо – ул һәр саҡ беҙгә өмөт, ышаныс, рухи көс биреп торған халәт. Ана шул Ватанға, ғаиләбеҙгә, яҡын кешеләребеҙгә ҡарата булған юғары һәм тәрән тойғо беҙҙе еңеүсе итәсәк!
Лариса АБДУЛЛИНА. Запорожье өлкәһе.