Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Октябрь , 11:12

Йәне йәннәттә булһын

Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Фәнүр Талип улы ХАРРАСОВтың беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә 3 йыл булды.

Йәне йәннәттә булһын
Йәне йәннәттә булһын

Изге күңелле, асыҡ йөҙлө яҡыныбыҙ бар кешегә лә ярҙамсыл ине. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған ҡәҙерлебеҙҙе юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Яратҡан кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нур булып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше Рәйлә, ҡыҙы Гөлнур, кейәүе Ирек, ейәнсәрҙәре Ралина, Рамалия, ейәне Рәхим.

Автор:
Читайте нас: