Апайым бик күп йылдар Рәсәй почтаһы хеҙмәткәре булып эшләне. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса мәктәп уҡытыусылары менән тығыҙ эшмәкәрлектә булды.Үҙ эшен яратып башҡарғаны һәм алдынғы хеҙмәткәр булараҡ (ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу компанияһында һәр саҡ алдынғылыҡты яулай ине) эшенән Ғәрәп иленә ял итеү путевкаһы менән дә бүләкләнде.
Ҡәҙерлебеҙ баҡса эшен, тәбиғәтте, балыҡ тоторға бик ярата ине. Өйөндә лә, баҡсаһында ла сәскәләр үҫтерергә бик яратты. Ундай кешеләр тураһында - ҡулдарынан гөлдәр тама, тиҙәр. Һәр ултыртҡан гөл-сәскәһе матур итеп үҫер ине.
Ихх, ине, тиергә генә ҡала... Ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Апаҡайымдың ятҡан урындары ла фирҙәүес баҡсаларында булһын инде.
Яратабыҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һине, Апай!
Гөлназ ЙӘМИЛОВА, Күмертау ҡалаһы