...Бер мәл интим темаға мәҡәләм сыҡты. Беҙҙең халыҡ - баҫалҡыраҡ халыҡ тимме, ҡурҡа-ҡурҡа баҫылды уныһы - кеше әллә нимә уйлап бөтөрмө икән (ирҙәрҙең холҡо, уйнашлығы тураһында ине ул, үҙенең янында йөрөгән законлы ҡатыны менән генә мөрхәтһенмәй, күрше бисәһенә ауыҙы һыуын ағыҙа)? Хәҙисә апай килде, шул турала һүҙ ҡуҙғатты (кешене йыш әрләр ине, мине лә, шул иҫәптән, шуға әле лә маҡтамаҫ тип ултырған баш), һүҙ ҡуҙғатты тип... артығын әйтмәне, бер генә һөйләм:
- Рәшит әйтер ине гел (яҙыусы туғаны Р. Солтангәрәев): һәр яҙылған әҫәр кешене уйға һалырға тейеш, юҡһа, ул бушҡа яҙылған була... Был яҙыуың уйландырҙы... Ғөмүмән, һинең яҙғандарың үтемле, телең шәп, стилең... Рәшиттеке кеүек, - тип мине олуғ шәхескә тиңләп тә ҡуйҙы.
Хәҙисә апай телгә, милләткә битараф булмаған кеше, уҡытыусы булараҡ (күпме уҡыусыға башҡорт телен уҡытып сығарҙы - иҫең китерлек), беҙҙең гәзиткә лә гел иғтибарлы булды ул. Хата киткән, анауының яҙыуының рәте юҡ, тигән тәнҡит һүҙҙәрен гел ишеттек, тәнҡитен ҡабул ҡыла инек, һүҙенең абруйы булды. Әлбиттә, гел ауыҙға-ауыҙ терәп ултырып булманы, ул да ижад кешеһе (Юшатырҙа нисәмә мәҡәләһе сыҡты уның) беҙ ҙә ҡәләмде аҙмы-күпме тирбәткән кешеләр, бәхәстәрҙәр ҙә булды. Ҡай саҡта бер-беребеҙҙе аңламай, ул үҙенең, беҙ үҙебеҙҙең һүҙҙе бирмәй ҙә хитландыҡ ахры. Ул, ысынында, миңә апай түгел, инәй, шулай ҙа уға бер ҡасан да инәй тип өндәшергә тел әйләнмәне, инәй тип ҡарт кешегә генә әйтәләр ҙә, ә ул ҡайҙан ҡарт булһын, ундай-бындай йәштәреңде уҙып китерлек әле!
...Бөгөн ауыр хәбәр килде: апайыбыҙ китеп барған. Беҙҙең менән күп йылдар бергә булғаның өсөн рәхмәт, апай, ғәйепләп китмә...