Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Ноябрь , 16:13

Һәр саҡ хәтерҙәһең, атай

Ошо көндәрҙә, аяҙ көндө йәшен атҡандай төҫлө шаңҡытып, беҙҙе барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡын кешебеҙ, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Радик Марс улы РӘХМӘТУЛЛИН яҡты донъяларҙы ташлап, баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл булды.

Һәр саҡ хәтерҙәһең, атай
Һәр саҡ хәтерҙәһең, атай

Атайыбыҙ изге күңелле, асыҡ йөҙлө, алсаҡ, кешеләргә ярҙамсыл булды. Беҙ атайыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Күпме ваҡыт арауығы үтһә лә, ул беҙҙең күңелебеҙҙә, хәтеребеҙҙә һаҡланыр.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, йәне йәннәттә булһын.
Атайыбыҙҙың изге рухы йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмдең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: