Башы ҡапланған баҙар күптән кәрәк ине, тине район башлығы Ә. Ҡотлоәхмәтов, был ысын мәғәнәһендә район өсөн Ҡыш бабай бүләге булды тине. Сараға ауыл хакимиәттәренән, фермерҙар, ойошма етәкселәре килгәйне.Агорбаҙарҙа һәр ауыл эшсәне үҙ продукцияһын һалҡындан, ямғырҙан ҡурҡмай һата аласаҡ хәҙер, шаршамбы көн генә баҙар эшләмәйәсәк - санитар көн. Таң менән байрам көнөндә йоҡлатмайҙар, Яңы йылға әҙерләнергә покуй бирмәйҙәр тигән ризаһыҙ ҡиәфәт күренмәне береһендә лә. Район өсөн матур ваҡиға икәнен барыһы ла аңлай, а аш әҙерләү, бүләк алыу һәм йоҡо саҡ ҡына көтөп торһа ла була бөгөн.
31 декабрь, 2016 йыл.