- Бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын. Туғандарыңа түгел, дошманыңа бындай афәтте күрергә яҙмаһын. Улымды ер ҡуйынына һалып ҡуйыуыма бер йыл да булып бара, 6 декабрь йылын үткәрәбеҙ, 7-һе көнө ҡуйҙыҡ бит инде. Ошо ваҡыт эсендә улымды уйламаған, иламаған бер көнөм дә юҡ. Уны һаман да уйҙарымдан ебәрә алмайым, Айнурым нурлы йөҙҙәрен балҡытып, ауыҙын йырып ҡасан булһа ла ҡайтып керер һымаҡ. Ауыр инде, ни хәл итәһең, ниндәй һүҙҙәр менән аңлатаһың... Тормош дауам итә, ауыр булһа ла йәшәргә тырышабыҙ, түҙәбеҙ. Был ҡайғы атаһы өсөн дә эҙһеҙ үтмәне, йыш ауырый, үҙем дә ауырып ҡына торам, дауаханаларҙан сыҡмайбыҙ. Барыһы ла яйлап онотола, һуңғы юлға оҙатҡанда бик күпте вәғәҙәләһәләр ҙә, һуңынан онотола, был ҡайғың менән үҙең генә тороп ҡалаһың. Байрамдарҙа районға саҡырған булдылар, баламды күмгәс тә Яңы йыл байрамына, һуңынан 8 мартҡа, унда ултыра ла алманым, илап, ҡан баҫымым күтәрелеп сығып киттем, эргәмә килеп, һыу бирҙеләр. Ҡайһы бер әсәләрҙе күреп аптырап ҡайттым, йылмайышып килеп, күтәренке кәйеф менән ултыралар, әйтерһең дә балаларын күммәгәндәр. Шунан башҡа иғтибар бүлеүҙәр, ярҙам итеүҙәр ҙә юҡ, күҙҙәренә лә элмәйҙәр, үҙең барып һоранып йөрөһәң бәлки күрерҙәр ине, ә йортҡа килеп, хәлдәребеҙҙе белешеп йөрөүҙәр юҡ. Әлдә ауылда йәшәйбеҙ, йомошом булһа, ярҙам кәрәкһә күршеләрем Илһам менән Илнурға инәм, уларға рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә үҙебеҙгә иҫәнлек, һаулыҡ бирһен, ҡалған балаларыбыҙ иҫән-һау булһындар, улар ҡайтып торалар, күңелде йыуатып. Айнурымдың балалары бар, Аллаға шөкөр, уларҙы күреп, яратып ҡайтам, тик уларҙың атайһыҙ үҫеүен күреп йөрәгем тағы ла нығыраҡ әрней.
Әсәләр көнөнә арналған материалдар гәзиттә баҫылды.