Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Ноябрь , 10:34

Азаматым тыныс йоҡлаһын

Әлфиә ИШҠОЛОВА, Күмертау ҡалаһы:

Азаматым тыныс йоҡлаһын
Азаматым тыныс йоҡлаһын

- Әсә бәхете - балаң бәхетле булыуҙа. Шунан да оло бәхет юҡ донъяла. Ҡыҙғанысҡа, донъя беҙ уйлағанса ғына бармай шул. Минең дә ғәзиз балам Азамат Ишҡолов махсус хәрби операцияла һәләк булды.
Донъя әйләнә тиҙәр, ә минең өсөн улым вафат булған көндән башлап ул әйләнеүҙән туҡталды кеүек. Артабан нисек булыр, белмәйем. Сөнки балаңды юғалтыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр был донъяла.
Ваҡыт үтеү менән онотола тиҙәр ине, бер ҙә дөрөҫ һүҙҙәр түгел икән, йөрәк яралары уңалмай, ә киреһенсә нығыраҡ һағындырыла ғына. Көнөнә мотлаҡ 7-8 тапҡыр илап алам, төннә ятҡанда ла күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе тәгәрәп сыға. Хатта ҡайһы саҡта атаһынан: “Азаматым шылтыратманымы?”, - тип онотоп һорап та ҡуям. Шул балалар тип йәшәйбеҙ бит инде. Мин дә Азаматым ҡайта, килә тип алдан билмәндәр, башҡа аҙыҡтарҙы ла эшләп туңдырып ҡуя, бешергән әйберҙәремде лә ғәзиз балама тип әҙерләп ҡуя торғайным. Хәҙер ҡулға бер эш бармай, ә күңел улымдың юҡлығына һаман ышанмай. Ишек асып барыбер килеп инер кеүек... Һаман көтәм баламды, көнөн дә, төнөн дә... Бөгөн ҡайтмаһа, бәлки, иртәгә йә унан һуң ҡайтыр, тигән өмөт ниндәйҙер сабырлыҡтарын биргән кеүек.
Бындай оло ҡайғылар оноторлоҡ түгел… Шуға күрә, берәүгә лә бындай ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, илдәребеҙ тиҙерәк тынысланһын тип теләйем. Кеше ғүмере бер генә, ул ҡабатланмай, шуның өсөн донъяға тыуған һәр кем бәхетле йәшәһен һәм яратып туйып булмаҫ тормоштоң ҡәҙерен белһен ине. Ә минең Азаматым тыныс йоҡлаһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, тар ҡәберҙәре киң булһын.

Автор:
Читайте нас: