Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Ноябрь , 10:27

Салауат улымды бер нисек тә теге донъянан ҡайтарып булмай

Лилиә АҠҺАРОВА, Күмертау ҡалаһы:

Салауат улымды бер нисек тә теге донъянан ҡайтарып булмай
Салауат улымды бер нисек тә теге донъянан ҡайтарып булмай

Һәр бер әсәй өсөн балаһының иҫән-һау булыуынан да ҡәҙерлерәк нимә юҡ. Салауат улымды юғалтҡанға ике йылдан артыҡ ғүмер үтеп китте, тик бер генә минутҡа ла ул иҫемдән сыҡмай. Шул тиклем һағынам уны, әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел. Мине "Әсәкәйем" тип кенә йөрөттө, шулай тип яҡты донъяларҙан китеп тә барҙы.
Йырлап-көлөп кенә үҫкән аҡыллы бала ине. Һәр ваҡыт кешегә ярҙамсыл булды. Тура һүҙле ине, бер ваҡытта ла кеше тураһында артынан һөләп йөрөмәне. "18 йәшлек балалар әрәм булғансы, беҙ тормош һурпаһын эскәндәр барырға тейешбеҙ. Аҡһаровтарҙың 7 – се быуыны булып улым үҫә, уға ла өлгө булырға кәрәк. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышынан Еңеү менән ҡайтты, мин дә Еңеү менән ҡайтырмын", - тип үҙ теләге менән 2022 йылдың 29 сентябрендә Махсус хәрби операцияһына китте. Командир булып хеҙмәт итте, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡытта уҡ үҙаллы ине. Үҙ кейемдәрен йыуып үтекләп ҡуя ине, хатта носкиҙары ла ике яҡтан үтекле була торғайны, Бөхтә булды, таҙалыҡты яратты. Беренсе класта уҡығанда уҡ мырҙаһы менән икмәк һала торғайнылар, ашарға ла бик тәмле бешерҙе Салауат улым.
Ауырып миңә дауаханала ла ятырға тура килде, унда ауырыуҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре ниндәй хәстәрлекле балалар ул тип аптырайҙар ине.
Хәҙер шулай хәтирәләргә генә бирелеп ултырырға ҡалды, Салауат улымды бер нисек тә теге донъянан ҡайтарып булмай. Эх, булһа, үҙемдең йәнемде лә бирергә әҙермен балаҡайым өсөн.

Автор:
Читайте нас: