Әле үк, ҡар булмаһа ла, йылдың иң күңелле тип һаналған был байрамына (ысынында, байрам кәйефе бик юҡ, быныһын йәшермәй әйтергә кәрәк) әҙерлек башланды.
Бөгөн район хакимиәтендә, Яңы йылға бәйле, кем нимә әҙерләй тигән мәғәнәлә ойоштороу комитетының ултырышы булды. Ермолаево башлығы М. Букреева мин шыршы таптым, РДК ҡаршыһында торасаҡ, тине. Илкәнәйҙеке, Р. Вахитов, аттар егеп, саналарҙа бүләктәр өләшәбеҙ, тине, дискотека 80-х үткәрәбеҙ. Таймаҫтыҡы ла, И. Юлдыбаев, ҡоро ҡалманы: тау өйөп ҡуябыҙ, шыршы ла булыр, башҡаһы ла тип рапорт бирҙе. Абдул, Яҡшымбәт, Мораптал, Шәбағыш, Отрада... һәр ауылда байрам буласаҡ, һәр кем ишеге алдын биҙәйәсәк, гирлянда эләсәк, был Яңы йылды мәңге иҫтә ҡалырлыҡ итербеҙ – башлыҡтарҙың һүҙҙәре дәртле яңғыраған һымаҡ булһа ла, тауыштары дәртһеҙ сыҡты. Байрам ҡайғыһы әллә уларҙа ла юҡ?
...Ошо ваҡыттарҙа беҙ уның тураһында, дөрөҫөрәге, уның яһап ултыртҡан фигуралары тураһында яҙа инек. Зәки Аҡсурин. Ул дәртле егет ине, йыл һайын, йыбанмай (талант та ҡалай ине үҙендә!), урам сатына төрлө, Яңы йылға арналған, фигуралар яһар ҙа ултырыр ине. Ялсыҡай аша кем генә үтмәй, сит кешеләр ҙә, ялсыҡайҙар үҙҙәре лә, был фигураларға ҡарап, һоҡланып туя алмаҫ ине. Йәл. Хәҙер беҙҙе бындай матур әкиәт донъяһына кем әйҙәр? Байрамыбыҙ тулы булһын өсөн һин етмәйһең беҙгә, Зәки, һеҙ етмәйһегеҙ беҙгә, ваҡытынан алда баҡыйлыҡҡа күскән егеттәр...
Әйткәндәй, кисә генә Зәкиҙең әсәһе лә улы артынан китеп барҙы, урының йәнәттә булһын, Хөмәйрә инәй.