Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Декабрь , 08:08

Бәхил бул, Малбай

Фәнир Малбаев бөгөн китеп барған.

Бәхил бул, Малбай
Бәхил бул, Малбай

Уның сире тураһында белә инек, әммә осрашҡанда, был турала ләм-мим, бер һүҙ ҡуҙғатманыҡ, бер ни булмағандай, элеккесә шаярҙыҡ-көлдөк. Малбай (уны шулай тип йөрөттөк, үҙ итеп) үҙе лә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй торған кеше, ҡасан ҡарама, кәйеф шәп, ҡасан күрмә - шат. Үҙенә күрә берәү ине ул, үҙе милиционер, үҙе артист, үҙе йәмәғәт эшмәкәре, үҙе шағир, ҡыҫҡаһы, беҙҙең Малбай.
Теге көнө генә шылтыраттың да баһа, абзый: гәзиткә яҙылырға ине, нисә һум тип. Шунда ғына әлеге сиренә бәйле бер генә һүҙ әйттек: һин, давай, бирешмә, Малбайһыҙ беҙгә бик күңелһеҙ булыр...
Киткән абзыйыбыҙ. Ауыр тупраҡтарың еңел булһын, Фәнир Саҙретдин улы, беҙҙең моңһоу тормошобоҙға йәм керетеп, дәрт өҫтәп йәшәгәнең өсөн рәхмәт һиңә. 
Беҙ Ф. Малбаевтың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:
Читайте нас: