Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Декабрь 2025, 11:17

Әле генә янда йүгереп йөрөй ине

Яманһарыла бик матур хәтер кисәһе булған

Әле генә янда йүгереп йөрөй ине
Әле генә янда йүгереп йөрөй ине

Ауылдаштары, балалары, туғандары Ғөмәйрә Вәлитованың, яҡты донъяларҙан китеүенә ике йыллығына бағышлап, уның рухына доғалар ҡылғандар, матур хәтирәләр менән иҫкә алғандар.
Беҙ бит нисек: кем китһә лә, был хәлде көтөлмәгән тип ҡабул итәбеҙ, яңы ғына янда көлөп-йылмайып, йүгереп йөрөй ине тибеҙ.
Ә инәйебеҙ -  Ғөмәйрә Зиязитдин ҡыҙы тураһында әйткәндә, был һүҙҙәр үтә килешә, тиктормаҫ, һәр саҡ хәрәкәттә булған кеше ине ул. Туғандарҙың уҡыған доғаларын мәрхүмәнең яҡты рухы ишеткәндәр һәм риза булғандыр. Иманыбыҙ камил, инәйебеҙ шулай тип әйткәндер: оҙаҡ йәшәгеҙ, балалар, намыҫлы, кешене һоҡландырырлыҡ итеп донъя көтөгөҙ, мине онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт. 

Автор:
Читайте нас