Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте тик тора белмәй. Теге көн район хакимиәтендә сығыш яһанылар: иҫебеҙ китеп тыңлап ултырҙыҡ, барыһына ҡайҙан өлгөрәләр? (Һанап тормайбыҙ нимәләр эшләгәндәрен, әммә ижтимағи тормошта уларҙың ҡатнашмаған урыны юҡ, нимәһе һәйбәт, кеше артынан эйәрмәй, киреһенсә, үҙҙәре кешене эйәртәләр, үҙ проекттары бихисап).
Ижтимағи тормош тигәндән, кем беҙҙең өлгөр, актив булды, тормошобоҙҙа яҡты эҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте, шул шәхестәрҙе лә онотмайҙар. Фәнир Малбаев. Һуңғы арала яҡты донъяны ташлап киткәндәрҙән тәү сиратта ул уйға килә.
Мөхтәсибәт тә шулай уйлай. Тиҙҙән Ф. Малбаев исемендәге премия бирә башлаясаҡтар беҙҙең диндарҙар. Уға кем лайыҡ буласаҡ? Ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан беҙҙең иң шәп, дәртле йәштәребеҙ. Әлбиттә, ҡоро ҡашыҡ ауыҙҙы йырта, премия аҡсалата ла буласаҡ. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ ошо премияны алғас, бик ғорурланып әйтерҙәр: мин Малбай премияһы лауреаты!
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында яҙылыр.