Ул абруйлы, ихлас, изге күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, мәрхәмәтле кеше ине.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп килгән барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙгә, Күмертау ҡалаһы, Маяҡ ҡасабаһы, Яҡуп, Яҡшымбәт, Яңы юл, Абдул, Ҡарай, Кинйә-Абыҙ, Тимербай, Свобода, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт ауылдарынан килгән яҡындарыбыҙға ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе етекерәбеҙ. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше Зөлфирә, улы Артур, ҡыҙы Рәйлә, килене Анна, ейәндәре Тимур, Дамир, ейәнсәрҙәре Әминә, Ләйсән.